Дилерға тәүге взнос өлөшөн түләү иҫәбенә алты йылдан ашыу тотонолған машинаһын һатҡан граждандар ҙа льготалы автокредит алыуға иҫәп тота ала.
Өҫтәмә аҡсаны иҫәпкә алып, льготалы автокредитлау программаларын финанслау, әле улар араһында «Беренсе автомобиль» һәм «Ғаилә автомобиле» бар, 2020 йылда 12 миллиард һум була.
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы шулай уҡ льготалы автокредит алырға мөмкин булған машинаның максималь хаҡын 1-ҙән 1,5 миллион һумға тиклем арттырырға тәҡдим иткәйне.
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2020 йылдың апрель аҙағына «Беренсе автомобиль» һәм «Ғаилә автомобиле» дәүләт программалары сиктәрендә 37,2 меңдән ашыу автомобиль һатылған. Ҙур һорау менән файҙаланылған маркалар – LADA, KIA һәм Hyundai. Барлыҡ һатылған автомобилдәрҙең 80 проценттан ашыуы уларҙың өлөшөнә тура килә.