+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 13:15

Ғаиләләргә ярҙам

Башҡортостанда дәүләт ярҙамына дәғүә итеүсе ғаиләләр исемлеге киңәйтелә.

Һүҙ 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләнә торған пособие тураһында бара. Уртаса килеме кеше башына йәшәү минимумынан артмаған осраҡта, ай һайын 5 мең һум алырға була. Төп талап – ата-әсә рәсми эшләргә тейеш.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова түләүгә дәғүә итеүсе ғаиләләргә ҡуйылған талаптарҙы йомшартырға тәҡдим итте, йәғни эшһеҙ ғаиләләр ҙә был ярҙамды юллай ала. Әлеге көндә күптәр эшһеҙ ҡалыуын иҫәпкә алғанда, был социаль ярҙам ғәҙел, тине вице-премьер.
Читайте нас: