+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 14:05

Берҙәм дәүләт имтиханы ҡасан үтә?

Рәсәй Президенты Владимир Путин 29 июндән Берҙәм дәүләт имтиханын үткәрә башларға тәҡдим итте.

"Коронавирус эпидемияһы хәүефенең тотороҡло кәмеүен иҫәпкә алып, тотош илдә Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Ул 29 июндән башлана", — тине Путин мәғариф системаһындағы хәл тураһында видеоконференция режимында уҙғарылған кәңәшмәһендә.
Мәктәптәр сығарылыш уҡыусыларына дистанцион режимда имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне етәксе. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр генә тапшырасаҡ, тип өҫтәне ул. Сығарылыш уҡыусыларының барыһына ла аттестаттар бирелә.
Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү августа ойошторола. Июндә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмағандар уны августа юғары уҡыу йорттарында ҡалған урындарға бирә һәм сентябрҙә уҡый башлай ала. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларын хәрби хеҙмәткә алыу кисектерелә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: