Был хаҡта Радий Хәбиров ирекмәндәр менән осрашыуҙа белдерҙе.
— Беҙгә май аҙағына һәйбәт итеп барып етергә һәм 1 июнгә, план буйынса, йомшартыу эшләргә булыр, — тине ул.
Ләкин Хәбиров ниндәй йомшартыу хаҡында һүҙ барғанын аныҡ ҡына әйтмәне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йомшартыуҙың тәүге этабы 12 майҙа индерелде. Ҡалала иркенләп йөрөргә рөхсәт иттеләр, ҡайһы бер магазиндар асылды.