+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 16:24

Бал ҡортоноң наҙы бар...

20 май — Халыҡ-ара бал ҡорттары көнө икән. Ул 2018 йылдан алып билдәләнә. Тәмле, хуш еҫле балы менән кешеләрҙең сәләмәтлегенә файҙа килтергән, дауалаған егәрле бал ҡорттарын һаҡлау өсөн уйлап табылған был көн.

Мин — бал ҡорто
Без-без, без-без, без итәм,
Бар яланды бер итәм.
Тәмле, татлы бал эҙләп
Әллә ҡайҙарға етәм.
Мең төрлө гөл-сәскәнең
Шифалы һутын йыям,
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләп
Кәрәҙҙәремә ҡоям.
Бал еҫе аңҡый яланда,
Сафлана зәңгәр һауа.
Йырлай-йырлай йыйған балым
Бөтә сирҙәргә дауа.
Я — пчелка
Я лечу, жужжа негромко,
Мой полет — как песня.
На полях, лугах — повсюду
Мед ищу чудесный.
В соты с тысячу цветков
Лью нектар целебный.
В них к зиме лекарство будет
Вам от всех болезней.
Над полями — запах меда,
Небо голубеет...
Пчелка трудится недаром:
Нам помочь сумеет.
А.Петров тәржемәһе.
Читайте нас: