-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 17:38
Изге китап
Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА Ярҙам
Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА
Ярҙам
Тәмле итеп аш бешерәм,
Әсәй эштән ҡайта хәҙер.
Самауыр ҙа ҡуя һалдым,
Ҡоймаҡтарым күптән әҙер.
Өләсәй арҡамдан һөйөп,
Мине маҡтап туя алмай:
– Балам, тик уңған кешенең
Аяҡ-ҡулы һис тә талмай.
Сөнки уға фәрештәләр
Ярҙам итеп тора гелән.
Аяҡ аҫтарына йәйә
Ҡанатынан серле келәм.
Изге китап
Өйөбөҙҙә шундай йылы
Яҡмаһаҡ та мейескә.
Ни өсөн һуң шулай яҡты?
Һин белергә тейеш тә.
Сөнки беҙҙә бер китап бар:
Исеме уның – Ҡөрьән.
Күктән төшөрөлгән бит ул,
Күңелең асып өйрән.
Нурҙар бөркөп кенә ята
Изге китап көн һайын.
Ҡулын һуҙа:
– Дуҫ булайыҡ! –
Тип яйы сыҡҡан һайын.
Йөрәгемдә
Аллаһымды онотмайым
Рәхәт ваҡытта.
Уның менән һөйләшә алам
Күңел асып та.
Йөрәгемдең иң түрендә
Йөрөтәм уны.
Шуғалыр ҙа тора гелән
Юлдарым уңып.
Беләм ҡыйын саҡтарымда
Ҡөҙрәтен асыр.
«Бына – мин!» – тип, алдарыма
Килер ҙә баҫыр.
Йәннәт асҡысы
Йәннәт асҡысы икән ул
«Әл-Бәҡара» сүрәһе.
Мин уны ятлай башланым,
Ожмах килә күрәһе!
Аллаһу әкбәр!
Ашап туйғас,
әйтеү кәрәк
Аллаһу әкбәр!
Хоҙай Тәғәләгә була
Яҡшы хәбәр.
Унан йәһәт һауыт-һаба
Йыуыр кәрәк.
Әсәй маҡтап туймаҫ:
– Ҡыҙым
Уңған һәләк!
Ошо серле һүҙҙе алдым
Әле отоп.
Гүйә, алтын асҡыс ҡулда
Торам тотоп.
Бисмилла!
Һәр көнөмдө, һәр эшемде
«Бисмилла»нан башлайым.
Шуға мең-мең рәхмәт уҡый
Күктәге ҡояш, айым.
Теләк
– Аҡылыңдан ҡыуан, балам! –
Тип ярата әсәйем.
Наҙлы ҡосағында ғына
Иркәләнеп йәшәйем.
– Миһырбанлы, шәфҡәтле бул! –
Өләсәйем теләге.
Уның алдында егәрле,
Зирәк булғы килә гел.
Олатай ҙа һөйөп туймай:
Намыҫлы һин, улым, – ти.
Һөнәремде дауам итер,
Алтын ғына ҡулым, – ти.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде