+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 16:47

Еңеү һалдаты

Еңеү һалдатыБөгөн мәктәптә тантаналы сара үтте. Ниндәйҙер ағай-апайҙар килеп, Нуримандарҙан өлкәнерәк класта уҡыусы малайға миҙал тапшырҙы. Баҡһаң, ул малай батырлыҡ эшләгән икән: янғын ваҡытында ике баланы ҡотҡарған.– Атай, ә нисек итеп батырлыҡ эшләйҙәр ул? – тип һораны атаһынан Нуриман мәктәптән ҡайтып инеү менән. Уның да, теге малай кеүек, батыр булғыһы килә ине.– 9 май байрамы яҡынлаша, оҙаҡламай олатайҙарға ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Шунда олатайыңдан барыһын да һорашырһың, йәме, улым!– Нишләп олатайҙан һорарға? – тип ҡыҙыҡһынды Нуриман.– Олатайың бит һуғышта ҡатнашҡан. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Батырлыҡ өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, – тине атаһы. Байрам көндәрен бик түҙемһеҙләнеп көттө малай. Машинанан һикереп төшөү менән, Нуриманды олатаһы ҡосаҡлап алды. – Ҙур үҫеп, егет булып киткән улым! – тине үҙе ҡыуанып.– Ҡайһылай күп миҙалдар тағып алғанһың! – күҙҙәрен ялтыратып, Нуриман һәр береһен тотоп ҡараны.– Бөгөн Еңеү көнөнә арналған осрашыуға саҡырҙылар, шуға әҙерләнәм, – тине олатаһы.– Ә һин ысынлап та һуғышта булдыңмы, олатай?!– Миңә егерме йәш ине һуғыш башланғанда.– Ә һин әтеү һалдат булдыңмы, мылтыҡ та тота беләһеңме?

Еңеү һалдаты
Бөгөн мәктәптә тантаналы сара үтте. Ниндәйҙер ағай-апайҙар килеп, Нуримандарҙан өлкәнерәк класта уҡыусы малайға миҙал тапшырҙы. Баҡһаң, ул малай батырлыҡ эшләгән икән: янғын ваҡытында ике баланы ҡотҡарған.
– Атай, ә нисек итеп батырлыҡ эшләйҙәр ул? – тип һораны атаһынан Нуриман мәктәптән ҡайтып инеү менән. Уның да, теге малай кеүек, батыр булғыһы килә ине.
– 9 май байрамы яҡынлаша, оҙаҡламай олатайҙарға ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Шунда олатайыңдан барыһын да һорашырһың, йәме, улым!
– Нишләп олатайҙан һорарға? – тип ҡыҙыҡһынды Нуриман.
– Олатайың бит һуғышта ҡатнашҡан. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Батырлыҡ өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, – тине атаһы.
Байрам көндәрен бик түҙемһеҙләнеп көттө малай. Машинанан һикереп төшөү менән, Нуриманды олатаһы ҡосаҡлап алды.
– Ҙур үҫеп, егет булып киткән улым! – тине үҙе ҡыуанып.
– Ҡайһылай күп миҙалдар тағып алғанһың! – күҙҙәрен ялтыратып, Нуриман һәр береһен тотоп ҡараны.
– Бөгөн Еңеү көнөнә арналған осрашыуға саҡырҙылар, шуға әҙерләнәм, – тине олатаһы.
– Ә һин ысынлап та һуғышта булдыңмы, олатай?!
– Миңә егерме йәш ине һуғыш башланғанда.
– Ә һин әтеү һалдат булдыңмы, мылтыҡ та тота беләһеңме?
– Эйе, өйрәндем инде. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ алыштыҡ бит.
– Был миҙалды нимә өсөн бирҙеләр? – Нуриман һорауҙарын теҙҙе генә.
– Белоруссия фронтында, ҡаты һуғыш барғанда, бик күп ауыл-ҡалаларҙы фашистарҙан азат иттек. Яу яланынан яралыларҙы алып сыҡтыҡ... – олатаһының күҙҙәре йәшләнде. – Һәр миҙалдың үҙ тарихы, улым!
– Минең дә һинең һымаҡ батыр булғым килә, олатай!
– Атай-әсәйеңә ярҙам ит, яҡшы уҡы! Шул саҡта батыр, ҡыйыу булып үҫерһең! – Олатаһы һөйәлле ҡулдары менән Нуримандың арҡаһынан яратты.
Читайте нас: