+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2020, 16:32

Татыу ғаилә - ил күрке

Республикабыҙҙа рухлы, тырыш, эшһөйәр һәм күп балалы ғаиләләрҙең йылдан-йыл артыуы һоҡландыра. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғүмәровтар ғаиләһе лә тап ошондай сифаттарға эйә. Гүзәл һәм Руслан Ғүмәровтар өс ҡыҙ һәм өс ул үҫтерә. Улар балаларына мәғәнәле, үҙ ерлегебеҙгә хас матур исемдәр ҡушҡан. Иң оло ҡыҙҙары Ғәлиә 136-сы башҡорт лицейында 5 класта, ә Гөлфиә 3 класта белем ала. Ҡыҙҙар икеһе лә бәләкәйҙән еңел атлетика, шахмат менән шөғөлләнә. Төрлө конкурстарҙа еңеү яулап, уңышҡа өлгәшкән, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән улар. Фортепианола уйнайҙар, китап уҡырға яраталар, ғәрәп телен үҙләштерәләр. Табип булырға ла хыяллана икән ҡыҙҙар! Сөнки кешеләрҙең һаулығы һағында тороусы атайҙары уларға ҙур өлгө булып тора.

Республикабыҙҙа рухлы, тырыш, эшһөйәр һәм күп балалы ғаиләләрҙең йылдан-йыл артыуы һоҡландыра. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғүмәровтар ғаиләһе лә тап ошондай сифаттарға эйә.
Гүзәл һәм Руслан Ғүмәровтар өс ҡыҙ һәм өс ул үҫтерә. Улар балаларына мәғәнәле, үҙ ерлегебеҙгә хас матур исемдәр ҡушҡан. Иң оло ҡыҙҙары Ғәлиә 136-сы башҡорт лицейында 5 класта, ә Гөлфиә 3 класта белем ала. Ҡыҙҙар икеһе лә бәләкәйҙән еңел атлетика, шахмат менән шөғөлләнә. Төрлө конкурстарҙа еңеү яулап, уңышҡа өлгәшкән, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән улар. Фортепианола уйнайҙар, китап уҡырға яраталар, ғәрәп телен үҙләштерәләр. Табип булырға ла хыяллана икән ҡыҙҙар! Сөнки кешеләрҙең һаулығы һағында тороусы атайҙары уларға ҙур өлгө булып тора.
Рамаҙан быйыл уҡырға барырға йыйына. Ул тхэквондо, робототехника түңәрәгенә бик теләп йөрөй. Гөлбикә балалар баҡсаһында һүрәт төшөрөргә, бейергә, өйҙә ҡустыһы Рәшит менән уйнарға ярата.
Күптән түгел генә Ғүмәровтар ғаиләһенең ҡыуаныс-шатлыҡтары тағы ла артты. Апай-ағайҙарына иш, иптәш булып, йортҡа Рәхим атлы бәләкәс бәпәй ҡайтты! Бәхетле үҫ, кескенә малай!
Ғаилә башлығы Руслан Мансур улы Өфө дауаханаларының береһендә эшләй. Әлеге көндә ул, үҙенең эшенә тоғро бик күп табиптар һымаҡ, илебеҙгә ингән киҙеүгә ҡаршы көрәшә, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡала. Үҙ сәләмәтлеген аямай эшләүсе Руслан Мансур улы кеүек табиптарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Әсәйҙәре Гүзәл Таһир ҡыҙы һөнәре буйынса экономист, аспирантурала уҡый. Балаларға, ғаиләгә ҙур иғтибар бүлә. Республикабыҙҙың бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле М. Скоробогатова һәм Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәте башлығы С. Плотников ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары алып та ҡыуанды Ғүмәровтар.
Йәш ғаилә балаларын үҙҙәренең таяныс-терәктәре булған атай-әсәйҙәре: Флүзә һәм Мансур Ғүмәровтар, Гөлфирә һәм Таһир Дилмөхәмәтовтар кәңәшенә таянып тәрбиәләй, туған телебеҙгә һөйөү, ихтирам уята. Балалар олоно — оло, кесене —кесе итергә өйрәнә, ғаилә ҡиммәттәрен һәм туғанлыҡ төшөнсәләрен белеп, күреп үҫә.
Читайте нас: