-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 11:18

Ҡурсаҡ ниңә үпкәләне?

Ҡурсаҡ ниңә үпкәләне? (Хикәйә) Әсәһе Алтынайға тәтәй кеүек ҡурсаҡ алып ҡайтты. Ҡыуанысынан ҡыҙыҡай үрле-ҡырлы һикерҙе. Әллә ҡасандан бирле ошондай ҡурсаҡ тураһында хыяллана бит ул.

Ҡурсаҡ ниңә үпкәләне?
(Хикәйә)
Әсәһе Алтынайға тәтәй кеүек ҡурсаҡ алып ҡайтты. Ҡыуанысынан ҡыҙыҡай үрле-ҡырлы һикерҙе. Әллә ҡасандан бирле ошондай ҡурсаҡ тураһында хыяллана бит ул.
–Әлә-лә-лә-л, ҡалай матур!– тип ҡулдары менән сәпәкәйләне ул. – Рәхмәт, –тип әсәһенең битенән суп иттереп үбеп алды.
Ысынлап та, ҡурсаҡ ҡарап туйғыһыҙ ине. Күлдәгенең матурлығы һуң! Хәс йырсы апайҙарҙыҡы кеүек ҡабарып-ҡабарып тора. Ҡолағында алҡаһы ла бар. Хатта исемен дә әйтә белә бит әле.
Алтынай ҡурсағын шул ҡәҙәр ныҡ яратты. Уны саҡ ҡына ла ҡулынан төшөрмәне. Үҙе менән етәкләп йөрөттө, көйләй-көйләй йоҡлатып та алды.
Бына әсәһе ашарға әҙерләне лә:
–Балаҡайым, әйҙә тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ, – тип ҡыҙыҡайҙы өҫтәл янына саҡырҙы.
Алтынай ҡурсағы менән бергә килеп ултырҙы. Әсәһенең:
–Ҡурсағыңды алып ҡуй, йә, өҫтөн бысратып ҡуйырһың, –тиеүен ҡолағына ла элмәне.
–Юҡ, бысратмайым! – тип үҙһүҙләнде ҡыҙ.
Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. Боршанлап ултырған ҡыҙыҡай терһәге менән яңылыш сынаяғын этеп ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Сәй ҡурсаҡтың күлдәген генә түгелде лә ҡуйҙы. Ә сынаяҡ иҙәнгә барып төштө лә селпәрәмә килеп ватылды.
–Әсәй, ҡурсағым бысранды-ы-ы! – Әле генә шат йылмайып ултырған ҡыҙыҡай ауыҙын бәлшәйтеп илап ебәрҙе.
Әсәһе уны тынысландырҙы.
–Йә, ҡыҙым, юҡҡа балауыҙ һыҡма, хәҙер ҡурсағыңдың күлдәген йыуып эләм, элекке кеүек булыр. Ашағанда өҫтәл янына алып ултыртҡанды оҡшатманы бит ул.
Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: