+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 16:54

Милли кейемдәрҙә - быуындар бәйләнеше

"Баймаҡ ҡалаһының Балалар Ижады үҙәгендә Милли кейем байрамына ҡарата педагогтар, уҡытыусылар дистанцион лекциялар, онлайн-дәрестәр, мастер-кластар үткәрҙе. Шулай уҡ милли кейемдәр тураһындағы йәнле әңгәмәләрҙә, видео-дәрестәрҙә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты.

"Баймаҡ ҡалаһының Балалар Ижады үҙәгендә Милли кейем байрамына ҡарата педагогтар, уҡытыусылар дистанцион лекциялар, онлайн-дәрестәр, мастер-кластар үткәрҙе. Шулай уҡ милли кейемдәр тураһындағы йәнле әңгәмәләрҙә, видео-дәрестәрҙә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты.
А.С. Әхмәтова "Йәнтөйәк" үҙәге тәрбиәләнеүселәренә "Милли кейемдәрҙә - быуындар бәйләнеше" тигән темаға видео-дәрес күрһәтте. Был дәрестә Ураҙбаева Рәйсә апай үҙенең ҡыҙҙары менән бик теләп ҡатнашты. Р.А. Халиҡова уҡыусылар менән "Бер быуатлыҡ күлдәк тарихы" тигән темаға видео-викторина ойошторҙо. "Милли кейемдәрҙә-халҡым яҙмышы" тигән дәрес менән Р.С.Иҙелбаева сығыш яһаны. Уға видео-дәрестә үҙенең улдары ярҙам итте. "Сулпылар" студияһы балаларына Л.Г.Йәрмөхәмәтова рус халыҡ костюмы тураһында һөйләне. Ә "Афарин" студияһында шөғөлләнеүселәргә педагог Э.И. Ғәйетбаева "Француз яулығы - башҡорт халҡының ғорурлығы" тигән ҡыҙыҡлы әңгәмәләшеү әҙерләне.
2-се Этҡол мәктәбенең "Сал Урал" үҙәгендә уҡыусылар борондан һаҡланып килгән ҡомартҡы - өләсәй һандығы менән яҡындан танышты. А.М. Ишйәров һандыҡтың серҙәрен асып ҡына ҡалманы, боронғо әйберҙәргә, өләсәйҙәр ҡомартҡыһына иғтибарлы булырға, ҡәҙерләргә саҡырҙы.
Ҡыҙҙар был көндө ҡурсаҡтарына ла милли күлдәктәр, кейем өлгәләре тегеп ҡараны, оҫталыҡтарын арттырҙы. Уҡыусылар милли биҙәктәр менән кейем һүрәттәре төшөрҙө, һаҡал, түшелдерек яһаны.
Милли кейем көнө Баймаҡ ҡалаһының һәр Ижад үҙәгендә файҙалы итеп, гөрләп уҙҙы," - тип яҙҙы беҙгә Баймаҡ ҡалаһы Балалар Ижады үҙәге методисы З.С. Шәрипова.
Афарин, баймаҡтар! Артабан да эшегеҙҙә ҙур уңыштар, сәләмәтлек насип булһын!
Читайте нас: