+30 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
21 Апреля 2020, 10:38
Бәпкә-сәскәләр
Бәпкә-сәскәләрБаҡсабыҙға барған юлда Үҫә матур сәскәләр. Өйрәк бәпкәләре кеүек Һары ғына төҫтәләр.
Бәпкә-сәскәләр
Баҡсабыҙға барған юлда
Үҫә матур сәскәләр.
Өйрәк бәпкәләре кеүек
Һары ғына төҫтәләр.
Иртән йоҡлап ҡала улар,
Таждары йомоҡ була.
Баҡсанан ҡайтып килгәндә,
Тирә-яҡ моңға тула.
Һарыҡай бәпкә-сәскәләр
Йырлай-йырлай уяна,
Тыуған ерем, иркәләнеп,
Яҡты нурға ҡойона.
Миңлегөл Тайсина.
Читайте нас