Яҙҙың икенсе айын өйҙә генә ултырып уҙғарһаҡ та, төшөнкөлөккә бирелеп китмәйек әле. Башҡорт бәпестәре донъяһында ла, шөкөр, күңелле яңылыҡтар ишетелеп тора. Шуларҙың береһе – балалар өсөн сағыу яңы китаптар сығыуы. Халҡыбыҙҙың ағинәйе, арҙаҡлы яҙыусы Гүзәл Ситдыҡова “Бәйләнеш”тәге диуарына яңы ғына мейестән сыҡҡан шиғри йыйынтыҡтарының фотоһын ҡуйған, һүрәттәре матур, исемдәре лә йырлап тора, береһе “Мин донъяны өйрәнәм”, икенсеһе “Ана килә бәпәй” тип атала. Был китаптар әлегә магазиндарға сыҡмаған, әммә шағирә апайҙың үҙенә шәхсән яҙып заказ бирергә мөмкин.
Билдәле яҙыусы үҙенең диуарында:
“Болотло көндәрҙә лә ҡояш аҙға ғына ла булһа ла күренеп, йылмайып, һөйөндөрөп алғылай. Бына бөгөн ҡояшым ялтырап килеп сыҡты – кесе йәштәгеләр өсөн 2 йыл алда уҡ ниәтләп ҡуйған ике китабымды ҡулыма алыу бәхетенә ирештем! Уны сығарыуға матди яҡтан ярҙам иткән ғаиләмә, балаларыма оло рәхмәт!
Шулай уҡ уны матур итеп биҙәгән рәссам Хаят Йәрмөхәмәтоваға рәхмәтемде белдерәм. Оҙаҡҡа китеүенең сәбәбе финансҡа бәйле булды – һәр шиғыр һүрәт менән биҙәлде, форматы ла ҙур. Ниһайәт, Ҡаҙанда сығарыу арзаныраҡҡа төшкәнен белеп ҡалып, унда нәшер итергә ебәрҙем. Бына бөгөн килтереп киттеләр. Магазинға һуңғараҡ тапшырырмын инде. Алырға теләүселәр булһа, шәхсән яҙығыҙ, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан.