Башҡортостан хөкүмәте уҙғарған брифингта Республиканың мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлитбирҙин белдереүенсә Башҡортостанда бөтә офлайн уҡыу-уҡытыу, шул иҫәптән өҫтәлмә белем биреү учреждениеларында ла, туҡтатыла. Шулай уҡ, кескәйҙәрҙе балалар баҡсаларына ла ирекле йөрөтөү индерелә, ситтән тороп, йәғни өйҙән эшләгән ата-әсәйҙәргә ул-ҡыҙҙарын өйҙә ҡалдырып тороу яҡшы булыр тигән кәңәш бирелде. 2 апрелдән дистанцион уҡыуҙар башланасаҡ, быға тиклем мәктәптә бушлай ашаған уҡыусылар категориялары өсөн аҙыҡ-түлек кәрзинен өйҙәргә таратыу мәсьәләһе лә ҡарала, әммә был әлегә аҙағынаса хәл ителмәгән. Һәр хәлдә, коронавирус таралыу ҡурҡынысы уйын эш түгел, балалар ҙа, ололар ҙа мөмкин тиклем кеше менән шәхсән аралашмай, өйҙә ултырып торорға тейеш, сыҡҡан осраҡта битлектәр кейеп йөрөү тәҡдим ителә, был талаптар барыһы ла беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн эшләнә һәм уны инҡар итергә ярамай!