+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 13:32

"Халҡым теле - хаҡлыҡ теле"

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһында Башҡорт теле йылына арналған "Халҡым теле - хаҡлыҡ теле" район-ара конференцияһы булып үтте.

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһында Башҡорт теле йылына арналған "Халҡым теле - хаҡлыҡ теле" район-ара конференцияһы булып үтте. Унда Тәтешле районының "Табын" берләшмәһе етәксеһе, халыҡ-ара спорт мастеры Нәсибулла Хөснуллин, Тәтешле районы тыуған яҡты өйрәнеү-тарих музейының ғилми хеҙмәткәре, "Ғәли Соҡорой" мәсетенең имам-хатибы Бәхтегәрәй Әрмәншин, Ғафури районы хакимиәтенең социаль бүлек етәксеһе Эльвира Насирова, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ғафури табындары ойошмаһы етәксеһе Ғәлинур Ҡалмырҙин, әүҙем йәмәғәтселәр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Башҡорт теленә арналған сарала гимназия уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән рухлы йыр-бейеүҙәр барыһын да таң ҡалдырҙы.
Читайте нас: