+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 17:22

Тыл ветерандарына — Еңеү миҙалдары

Илебеҙ өсөн иң оло байрам — Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Шул уңайҙан район-ҡалаларҙа һуғыш һәм тыл ветерандарын тәбрикләү тантаналары уҙғарыла. Әммә, үкенескә күрә, илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына тороп ҡалды.

Илебеҙ өсөн иң оло байрам — Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Шул уңайҙан район-ҡалаларҙа һуғыш һәм тыл ветерандарын тәбрикләү тантаналары уҙғарыла. Әммә, үкенескә күрә, илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына тороп ҡалды.
Ауылдарҙа тыл ветерандары — оло йәштәге әбей-бабайҙар ҙа күп түгел.
Ошо көндәрҙә Ғафури районының Ҡауарҙы урта мәктәбендә матур һәм фәһемле сара үтте. Ҡауарҙы ауылы биләмәһенең хакимиәт башлығы Рәфис Абдрахманов тыл ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап сығарылған миҙалдарҙы тапшырҙы. Бындай баһаға Ҡауарҙынан Мәфтуха Баязитова, Тәҙкирә Күсәрбаева, Тәнзилә Йәнешова, Һабайҙан — Тимербикә Ғафарова һәм Юлыҡ ауылынан Фатима Кинйәғолова әбейҙәр лайыҡ булды.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн алған миҙалдарын әбейҙәр күҙҙәре йәшләнеп, тулҡынланып ҡабул итеп алды. Залда ултырған балаларға улар шул осорҙағы ауыр йылдар, аслыҡ-яланғаслыҡ тураһында ла һөйләне. "Тырышып уҡығыҙ, атай-инәйҙәрегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы тыңлағыҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ!" — тигән изге теләктәрен дә еткерҙе тыл ветерандары.
Мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт ҡарап, уҡытыусылар әҙерләгән тәмле сәйҙән ауыҙ итеп ҡайтты миҙаллы әбейҙәр.
Өлкән йәштәге әбейҙәрҙең тормош юлы, башҡарған изге эштәре, әлбиттә, балаларға ла, йәштәргә лә фәһем булырлыҡ.
Читайте нас: