+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 12:21

Ыуыҙ ҡоймағы байрамы

Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында берҙәм, татыу, эш һөйөүсән халыҡ йәшәй. Улар күмәкләшеп төрлө байрамдар үткәрә, ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында берҙәм, татыу, эш һөйөүсән халыҡ йәшәй. Улар күмәкләшеп төрлө байрамдар үткәрә, ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Яҙ ҡояшы йылы нурҙарын һибеп, күңелдәрҙе дәртләндереп торған көндө Аҡъюл башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Ләйсән Ишемғолова үҙенең уҡыусыларын Ишҽмғолова Зөлфиә апайға ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ итҽргә ҡунаҡҡа алып барҙы.
Хужабикә уҡыусыларҙы бик ихлас ҡаршы алды, тәмле итеп ҡоймаҡ ҡойорға өйрәттҽ. Ауылдың оло инәйҙәрҽ лә ситтә ҡалманы. Улар ҙа күстәнәстәрен тотоп, ҡоймаҡ менән һыйланырға килде. Уҡыусылар Фәнүзә инәйҙҽң уҡыған аятын бик ихлас тыңланы. Мәрҽүәт инәйҙең һөт ризыҡтары мҽнән таныштырыуы ла балаларға бик оҡшаны. Аҙаҡтан ҡоймаҡлап инәйҙәр мҽнән бҽргә сәй эсҽү бөтәһҽнең дә күңеленә хуш килде.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйсән Ишемғолова ауылдаштары менән ошондай тәрбиәүи саралар йыш үткәреп тора.
Ыуыҙ ҡоймағы көнө үҙҽнә күрә файҙалы, фәһҽмлҽ матур бҽр байрамға әйләндҽ. Ололар ҙа, балалар ҙа уны йыл һайын үткәрергә һөйләшеп, таралышты.
Читайте нас: