+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 14:25

Балалар дауаханаларына — заманса ҡоролмалар

Башҡортостандың балалар дауаханалары механик дауалау өсөн заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла башланы.Заманса ҡоролмаларҙы иң беренсе булып Өфө ҡалаһының 2-се һанлы балалар поликлиникаһы алды.

Башҡортостандың балалар дауаханалары механик дауалау өсөн заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла башланы.
Заманса ҡоролмаларҙы иң беренсе булып Өфө ҡалаһының 2-се һанлы балалар поликлиникаһы алды. Ошо арала шулай уҡ башҡа дауаханалар ҙа шундай ҡоролмалар менән йыһазландырыла башлаясаҡ. Бындай эштәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Заманса ҡоролмалар аяҡ һынғандан һуң, йәки башҡа йәрәхәттәралғандан һуң кешегә аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя. 
2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырылған да инде.
Читайте нас: