+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 17:07

Ананас яратаһыңмы?

Бөгөн ананас байрамы икән. Был байрамдың тамырҙары Гавайяға барып тоташа. Бында иң күп төрлө экзотик емештәр үҫтерәләр.

Бөгөн ананас байрамы икән. Был байрамдың тамырҙары Гавайяға барып тоташа. Гавайя утрауында иң күп төрлө экзотик емештәр үҫтерәләр. 1970 йылда унда ананастың "DEN MONTE GOLD" тигән уникаль сорты индерелә. Емештең үҙенсәлекле тәме, һутлылығы барыһын да таң ҡалдыра. Әммә уны бары тик 12 март көнө генә тәмләй алғандар. Шуға күрә лә инде тап ошо көн ананас емеше көнө тип билдәләнә.
Ананастың тыуған ере — Бразилия. Ошо илдән сығып, татлы емеш барлыҡ донъяға билдәлелек яулай. Мәҫәлән, 1493 йылда ананасты Европаға Колумб алып инә. Ә 1548 йылда емеш Һиндостанда тарала.
Ананас иҫ киткес тәмле генә түгел, файҙалы ла. Уның составында төрлө витаминдар, минералдар күп. Ананасты үҙ рационыңда ҡулланыу иммунитетты нығыта, кәйефте күтәрә.
Читайте нас: