+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 18:00

Шайморатов урамында - ҡышты оҙатыу байрамы

Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында татыу, дәртле, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт һөйөүсе, йомарт халыҡ йәшәй. Төрлө байрамдарҙы, кисәләрҙе, спорт ярыштарын улар берҙәм атҡарып сыға. Урамдар менән дә йолаларға, байрамдарға бәйле саралар үткәрәләр.

Шайморатов урамында йәшәүселәр был юлы күңелле итеп ҡышты оҙатты. Байрамдан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа ихлас ҡатнашты. Төрлө уйындар уйнанылар, сана шыуып ярыштылар. Балалары менән бергә атайҙар ҙа, әсәйҙәр ҙә йүгерҙеләр, һикерҙеләр, ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп ял иттеләр. Оло инәйҙәр ҡайнар сәй әҙерләп, өҫтәл тулы тәмлекәстәр менән барлыҡ ҡатнашыусыларҙы һыйланы.
Ошо байрамды ойоштороусы Луиза Фәнил ҡыҙы Исмәғилеваға һәм матур-матур бүләктәр әҙерләүсе спонсорҙар — Гөлсәсәк Мостафина, Салауат Баязитов, Азат Исмәғилев һәм Радмир Ғәлиндарға ауылдаштар сикһеҙ рәхмәттәрен белдерә.
Ауылдарыбыҙ шулай гөрләп торһон, сабыйҙар тауышы тынмаһын, халҡыбыҙ яман ғәҙәттәрҙән йыраҡ булһын ине, тиеп кенә теләйбеҙ!
Читайте нас: