Аяҡтарҙы ҡоро итеп тотоуҙы иң беренсе Көньяҡ Америка индеецтары уйлап тапҡан. Улар аяҡтарына гевея һутын һөрткән. Шул һут нәҙек ҡатлам булып кипкәс кенә, атлап киткәндәр.
Ә инде каучукты Испанияға Колумб алып ингән. Әммә был материалды 18 быуатта ғына әүҙем ҡуллана башлағандар.
1823 йылда Ч. Макинтош резиналы плащтар уйлап сығарған. Тик был материал йәйен ирегән, ә ҡышын туңып, һынған. Шуға күрә лә икенсе төрлө ысулдар менән резиналы әйберҙәр эшләү юлын эҙләгәндәр.
1839 йылда Ч. Гудьир каучукты көкөрт менән ҡушып, кәрәкле форма биреп, материал уйлап сығарған. 4 йылдан һуң ғына ул әүҙем ҡулланылышҡа ингән.
Беҙҙең илдә резина итектәр үткән быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә тәбиғи каучук урынына ПВХ һәм силикон ҡулланалар. Уларҙан бик күп төрлө аяҡ кейемдәре: итектәр, ботфорт, ботинка, ботильондар эшләйҙәр.
Яҙ һәм көҙ көндәрендә, хатта йәйҙең ямғырлы ваҡыттарында беҙ рәхәтләнеп резина итек кейеп йөрөйбөҙ. Бала-сағаларға бындай аяҡ кейемдәре бигерәк тә уңайлы. Сөнки аяҡтар ҡоро, йылы йөрөй. Хәҙер инде һатыуҙа ла итектәрҙең ниндәйе генә юҡ: йәнең теләгән төҫтә, төрлө биҙәктәр төшөрөлгән!
Балалар, ә һеҙ ниндәй итек кейергә яратаһығыҙ? Резина итегегеҙ ниндәй биҙәкле?!