+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 15:13

«Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй»

Башҡортостанда сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау бик әүҙем бара. Республикабыҙҙа төрлө саралар, спорт ярыштары үтеп тора.29 февралдә баш ҡалабыҙҙағы «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге алдындағы майҙансыҡта «Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй» спорт фестивале уҙғарыласаҡ.

Башҡортостанда сәләмәт йәшәүҙе пропагандалау бик әүҙем бара. Республикабыҙҙа төрлө саралар, спорт ярыштары үтеп тора.
29 февралдә баш ҡалабыҙҙағы «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге алдындағы майҙансыҡта «Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй» спорт фестивале уҙғарыласаҡ.
Был фестивалде уҙғарыу матур бер йолаға әйләнеп китте: волейбол, тиҙ йөрөшлө шахмат буйынса турнирҙар, балалар һәм өлкәндәр араһында төрлө спорт ярыштары һәм уйындары үтәсәк. Ойоштороусылар приздар уйнатыу хаҡында ла хәбәр итә.
Быйыл фестивалгә яңылыҡтар ҙа индерелгән: «Ғаилә старттары» ярышында дүрт кешенән торған ғаиләләр ярыша аласаҡ. Атай, әсәй һәм 7-нән 14 йәшкә тиклемге 2 бала командаһы менән таҫыллыҡҡа, мәргәнлеккә көс һынашасаҡ. Һәр командаға арҡан тартыу, эстафета, уҡтан атыу, тиҙ йөрөшлө шахмат, гер күтәреү һәм башҡа һынауҙарҙы үтергә тура киләсәк, ти ойоштороусылар.
«Ғаилә старттары»нда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 8 927 957 16 57 телефоны буйынса ҡабул ителә. Сара көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.
Читайте нас: