-2 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 16:39
"Фольклориада-2020" символы ниндәй булыр?
Башҡортостан Башлығы "Фольклориада-2020" символына конкурс иғлан итте.Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә яҙған.
Башҡортостан Башлығы "Фольклориада-2020" символына конкурс иғлан итте.
Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә яҙған. Vl Бөтә донъя фольклориадаһының символы сараның күләмен күрһәтергә тейеш. Ул CIOFF®2020 символикаһы менән бергә ҡулланыласаҡ.
«Үҙебеҙҙең сағыу һәм үҙенсәлекле геройыбыҙ булырға тейеш. Уны донъяның төрлө мөйөштәренән килгән ҡунаҡтар оҙаҡҡа иҫендә ҡалдырһын һәм сувенир итеп өйҙәренә алып ҡайтһын. Был — бик яуаплы бурыс, сөнки ошо символ Башҡортостан менән ассоциация тыуҙырырырға тейеш», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Конкурс эштәре 31 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк. Еңеүсе 18 июлдә Өфөлә фольклориаданы тантаналы асыуҙа ҡатнашасаҡ. Республика Башлығы үҙ яҙмаһында ҡатнашыусыларҙың ҡайҙан икәнлеге сикләнмәй, шулай ҙа авторҙарҙың Башҡортостандан булыуы хуплана, тигән.
Конкурс эштәре аннотация менән
[email protected]
электрон адресына ҡабул ителә.
Читайте нас в