+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 16:55

Һәләтле ҡыҙҙың еңеүҙәре

Хәйбулла районының Аҡъюл башланғыс мәктәбенең 1 класс уҡыусыһы Нәркәс Рәжәп ҡыҙы Ишемғолова бик тырыш, бар яҡтан да һәләтле ҡыҙ. Уға әле 7 генә йәш.

Һәләтле ҡыҙҙың еңеүҙәре
Хәйбулла районының Аҡъюл башланғыс мәктәбенең 1 класс уҡыусыһы Нәркәс Рәжәп ҡыҙы Ишемғолова бик тырыш, бар яҡтан да һәләтле ҡыҙ. Уға әле 7 генә йәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Нәркәс район һәм республика буйынса үткән төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алған. Һәр бәйгенән дә еңеүгә өлгәшеп ҡайта икән ныҡышмал ҡыҙыҡай.
"Бәләкәйҙән Нәркәс ҡыҙыбыҙ ҡыҙыҡһыныусан бала булып үҫте. Хәрефтәрҙе лә иртә өйрәндек, мәктәпкә уҡый-яҙа белеп барҙы. Шуға күрә лә белем алыу уға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, киреһенсә, ҙур теләк менән мәктәпкә килә. Күп белергә, бар нәмәне үҙләштерергә тырыша. Өйҙә лә ҡыҙыбыҙ һәр эште белеп, еренә еткереп эшләп ҡуя. Динар ағаһы менән дуҫтар. Беҙгә ҙур ярҙамсы, терәк Нәркәсебеҙ!" — ти ҡыҙҙың әсәһе, уҡытыусыһы Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы.
Һүрәттәр төшөрөргә лә ярата Нәркәс. Уның һәм бергә уҡыған тиҫтерҙәренең һүрәттәре район гәзите биттәрендә әленән-әле донъя күреп тора. Билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың ижадына арналған "Минең тыуған төйәгем" исемле республика балалар һүрәттәре конкурсында Нәркәс Ишемғолова еңеүсе дипломына лайыҡ була.
Яңыраҡ район буйынса үткән "Еҙ үксә —2020" бейеү конкурсында ла һынатмай өлгөр ҡыҙ. Аҡъюл ауылына, туған мәктәбенә ҙур еңеү алып ҡайта: 10 йәшкә тиклемге балалар араһында 1 урын яулай! Әсәһе һалған бейеү менән тамашасыларҙы ла, жюри ағзаларын да таң ҡалдыра һөйкөмлө, йөҙөнән йылмайыу китмәгән мөләйем Нәркәс!
Әйткәндәй, Ишемғоловтар ғаиләһе ауылда һәм районда үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы буш ваҡыттарында төрлө төҫтәге ептәрҙән сәскәләр, мәрйендән ағастар эшләй. Үҙенең ҡул эштәре менән күп бәйгеләрҙә еңеп сыҡҡан. Уҡытыусы булараҡ, ауылда, мәктәптә бай йөкмәткеле һәм тәрбиәүи яҡтан фәһемле саралар үткәрә.
Бына ошондай рухлы, талантлы, татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән Нәркәскә афарин, тиергә генә ҡала! Яулайһы үрҙәрең, артылаһы бейеклектәрең һәм уңыштарың алда әле һинең, кескәй йондоҙсоҡ!
Миңлегөл Тайсина.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: