+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 14:14

Әкиәт яратыусы кескәйҙәр

Әлеге ваҡытта, телефон, компьютер, телевизор заманында, гәзит-журналдар алдырыусы, уҡыусы балалар булыуы ҡыуандыра.

Әлеге ваҡытта, телефон, компьютер, телевизор заманында, гәзит-журналдар алдырыусы, уҡыусы балалар булыуы ҡыуандыра.
Өфө районы Шамонин ауылындағы “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһының “Аҡбуҙат” төркөмө балалары әкиәттәр уҡырға ярата. Улар түҙемһеҙләнеп, “Аҡбуҙат” журналының һәр һанын көтөп ала. Тәрбиәселәре Гөлнара Ғәдән ҡыҙы Әминева менән һәр битте ентекләп уҡыйҙар, һүрәттәрен ҡарайҙар. Ҡырҡып эшләй торған ҡул эштәре бигерәк тә оҡшай икән кескәйҙәргә. Шулай уҡ төрлө байрамдарҙа, иртәлектәрҙә журнал битендә сыҡҡан шиғырҙарҙы ятлап, йырҙарҙы өйрәнәләр.
Читайте нас: