21 февралдә данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант яҙыууҙғарыла. Уны Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
Сара сәғәт 12-лә башлана.
Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә.
Диктантты алты телдә - башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә яҙырға була.
Барығыҙ ҙа халыҡ-ара диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнашығыҙ!