Башҡортостан ҡануниәтендә бер юлы ике үҙгәреш көсөнә инде. Беренсеһе: балаларға снюс һатыуҙы тыйыу, икенсеһе: бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләү.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф суммаһы граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә – 150-200 мең һум. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 40-50 мең, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум штраф ҡаралған.