“Тамыр” каналы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина менән баш мөхәррире Резеда Миңлебай ҡыҙы Миндияроваларға балалар өсөн даими үтеп торған ошондай үҙенсәлекле саралар өсөн ҙур рәхмәт! Бәләкәс ҡыҙҙар-малайҙарға шаулы ҡалабыҙҙың ҡап уртаһында, “Родина” кинотеатрында һәр шаршамбы бушлай ҡыҙыҡлы әкиәттәр ҡарап, тиҫтерҙәре менән аралашып, тыуған мөхиткә сумып алыу мөмкинлеге булыуы үҙе бер оло һөйөнөс, һеҙ ҙә уны күҙҙән ысҡындырмағыҙ, дуҫтар, киләһе сараларҙа мотлаҡ ҡатнашыусылар рәтендә булығыҙ!