Эҙҙәр һалып ап-аҡ ҡарға,
Кемдәр һуң килә?!
Бүләк тотоп Аҡбуҙатта —
Ҡыш бабай елә!
Ҡарһылыуы уңған икән,
Бик иртә килгән,
Аҡ бабайын көтә бергә,
Балалар менән.
Урмандағы бар йәнлек тә
Килгәндер бында —
Битлек кейгән бәләкәстәр
«Гөр» килә унда.
Хушлашалар иҫке йылда,
Ҡыш бабай менән.
Ҡаршылайҙар Яңы йылды
Ҡар малай менән!
Рәссам Майя ЗЫЯИ
12-2018