+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ғинуар 2020, 15:00

Ҡар бабай яһаныҡ / Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Ҡырпаҡ ҡар яуа тышта,Эшкә тотондоҡ күмәк,Беҙ ҡар бабай яһаныҡ,Уға кейҙерҙек күнәк.

Ҡырпаҡ ҡар яуа тышта,
Эшкә тотондоҡ күмәк,
Беҙ ҡар бабай яһаныҡ,
Уға кейҙерҙек күнәк.
Күҙҙәре – ҡара күмер,
Танауы – һары кишер,
Ҡултығында һепертке-
Ҡарыңды үҙең һепер!
Ике көндән ҡараһаҡ:
Һары танауы туңған,
Кишер танау осона
Бер турғай килеп ҡунған.
Танауҙы суҡый турғай,
Ул ныҡ асыҡҡан, буғай,
Ҡошсоҡҡа ярма һиптек,
Тик танау ҡалды китек.
Өр-яңынан танауҙы
Фәүкәт ағастан юнды.
Ағайым көлгән булды:
Бабай танауҙан уңды!
Читайте нас: