Яңы йыл алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте бәләкәстәргә тағы бер матур бүләк эшләне. “Минең оло донъям” тип аталған сағыу балалар китабы донъя күрҙе. Авторы – Өфөлә йәшәп ижад итеүсе Миләүшә Ғәйфуллина. Йыйынтыҡта йырлап торған шиғырҙар, серле әкиәттәр, мажаралары хикәйәләр урын алған. Кем дә кем әле байрамға бүләк һайлап өлгөрмәгән, нәшриәттең китап магазинына рәхим итегеҙ!