+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 16:24

Дим ҡыҙының оло еңеүе

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан 161-се лицейҙың 3 “Е” класы уҡыусыһы Индира Япарова йыр-моңға бәләкәйҙән әүәҫ. Был йүнәлештә быйыл ғына махсус шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, күптән түгел ул ҙур еңеүгә өлгәшкән.

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан 161-се лицейҙың 3 “Е” класы уҡыусыһы Индира Япарова йыр-моңға бәләкәйҙән әүәҫ. Был йүнәлештә быйыл ғына махсус шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан, күптән түгел ул ҙур еңеүгә өлгәшкән. Сәхнәгә яңғыҙы беренсе тапҡыр сыҡһа ла, “Зәңгәр рауза” халыҡ-ара фестиваль-бәйгеһендә еңеп, беренсе дәрәжәле диплом алған. “Тәүге тапҡыр бер үҙе, етмәһә ошондай ҙур кимәлдеге ярышта ҡатнашҡас, тулҡындандыҡ, әммә бер ҙә генә еңеп сығыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек, был беҙгә ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән Яңы йыл бүләге, сюрприз булды”, – ти Индираның әсәһе Динара Ильяс ҡыҙы. Индираны был мәртәбәле бәйгегә етәксеһе Роза Фәнүр ҡыҙы Палатова әҙерләгән.
Әйткәндәй, Индира күп балалы өлгөлө ғаиләлә тәрбиәләнә. Апайы Адель оҫта бейеүсе, ә Әнүәр ҡустыһы әлегә уларға иркәләнеп кенә үҫеп килә. Көтөлмәгән уңыш һәләтле бәләкәс ҡыҙға ҡанаттар ҡуйһын, яңынан-яңы уңыштарға илтһен тип теләй “Аҡбуҙат” та!
Читайте нас: