+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 07:35

Тиҙҙән башҡортса һөйләшкән уйынсыҡ смартфондар буласаҡ

Тиҙҙән башҡортса һөйләшкән уйынсыҡ смартфондар буласаҡ

Үҙебеҙсә һөйләшә белгән милли кейемле ҡурсаҡтары менән билдәле “Bashtoy” фирмаһы хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Яңы йылға ҡарай был ойошманан тағы һөйөнөслө яңылыҡ бар. Киләһе йылдың февраль айынан һатыуға башҡортса смартфон сығасаҡ. Йәл, уны быйылға яңы йылға тип Ҡыш бабайҙан һорап булмай. Әммә көйөнөргә ашыҡмайыҡ, яңы башҡорт уйынсыҡтарының һатыуға сығыуын күп тә көтөргә ҡалмаған. Ошо уҡ фирма тиҙҙән бәләкәстәргә башҡорт телендә аралашҡан планшет һәм тауышлы, һәр хәрефкә тура килеп торған шиғырҙар яңғыратҡан сағыу алфавит та тәҡдим итәсәк. Тимәк, тыуған көндәргә ниндәй уйынсыҡ алдырырға тип баш ватырға ла кәрәкмәйәсәк.
Читайте нас: