+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 13:52

Балаларға — ҡышҡы әкиәт!

ТИҘҘӘН! Башҡорт академия драма театрында бөтәһенең дә яратҡан әкиәте!

ТИҘҘӘН!
Башҡорт академия драма театрында бөтәһенең дә яратҡан әкиәте!
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бәләкәс дуҫтарыбыҙға Яңы йыл бүләге әҙерләй. 21 декабрь көнө Г.Х.Андерсендың «Ҡар батшабикәһе» әкиәте буйынса премьера үтәсәк!
Герда исемле ҡыҙыҡайҙың дуҫы Кайҙы Ҡар батшабикәһенән ҡотҡарыуы тураһындағы сюжет беҙгә бәләкәйҙән таныш. Донъя әҙәбиәтенең “алтын фонды”на ингән был әҫәрҙе һәр быуын вәкилдәре яратып ҡарай.
Әкиәт ябай телдә, музыка һәм матур хәрәкәттәрҙә бирелә. Ролдәрҙә театрҙың танылған артистары ҡатнаша.
Режиссеры — Айрат Абушахманов, рәссамы — Димитрий Хильченко.
Күрһәтелеү ваҡыты: 21-30 декабрь, 2019 й., 02-08 ғинуар, 2020 й.
Читайте нас: