-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 16:59

Китап уҡып ярышасаҡбыҙ

Бөгөн З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай инициативаһы менән Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостандың Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ “Туған телмәргә табан 100 аҙым” ("100 шагов к родному слову") тип аталған бик шәп проектҡа старт бирелеүе тураһында һөйөнсөләү сараһы үтте.

Унда Башҡортостандың билдәле яҙыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм, әлбиттә, ойоштороусы яҡтарҙан хөрмәтле вәкилдәр ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың матур йолаһы буйынса, һөйөнсөгә ниндәй ҙә бүләк әйтеү фарыз, бөгөн иһә, яңы проектҡа аҡ юл теләп, Республиканың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ҡәләм эйәләре дауамлы буласаҡ тип күҙалланған яңы сараны нисек тә отошлораҡ ойоштороу юҫығында үҙ теләктәрен һәм тәҡдимдәрен индерҙе.
Телебеҙҙең, әҙәбиәттең бәҫен күтәреү өсөн, изге ниәттән уйлап сығарылған был ғәләмәт шәп яңы идея тәғәйенләшенән тайпылмай эшләп китһен ине, тип теләргә генә ҡала. Асылда, уның уңышы беҙҙең һәр беребеҙҙән тора.
Яңы проектҡа ярашлы, башҡорт әҙәбиәтендә бөгөнгө уҡыусыға тәҡдим ителгән йөҙ әҫәр исемлеге төҙөлгән. Шул әҫәрҙәрҙе китапхананан алып уҡып, китап хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашып, уны башҡаларға ла тәҡдим итеп, һәр кем был проекттың ҡатнашыусыһы була ала. Был инициатива тиҙ арала тәү сиратта китапханалар, мәктәптәр тарафынан күтәрелеп алып, Башҡортостанда йәшәгән милләттәрҙең туған телендә нәшер ителгән китаптарға һәм баҫмаларға иғтибарҙы, ихтыяжды арттырыр, уны популярлаштырыуға ҙур өлөш индерер, тип көтөлә.
“Аҡбуҙат” журналы ла был проектҡа ҙур теләк менән ҡушыла һәм баҫманың социаль селтәрҙәрендә уҡыусыларынан үҙҙәре ошо арала уҡыған китаптар хаҡында #100шаговкродномуслову, #туғантелмәргә табан100аҙым тигән хэштегтар менән билдәләнгән видеоформаттағы йә яҙма пост шәкелендә фекерҙәр, тәҡдимдәр көтөп ҡала.
Проектты ойоштороусылар тарафынан тәҡдим ителгән китаптар исемлеге менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: