Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында бик матур әҙәби сара үтте. Уны гимназияның китапханасыһы Разия Сибәғәт ҡыҙы ойошторҙо. Башланғыс класс уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары, ата-әсәләре менән "Аҡбуҙат" журналын ихлас ҡаршы алды.Баш мөхәррир Тамара Юлдашева, яуаплы сәркәтип Миңлегөл Тайсина, бүлек мөхәррире Зөбәйҙә Исламова кескәйҙәргә шиғырҙар уҡыны, төрлө ҡыҙыҡлы викторина һорауҙары бирҙе. Әүҙем балалар матур бүләктәр, автографлы китаптар алып ҡыуанды.