Радий Хәбиров республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙә итте. Республика башлығы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән флешмобты хуплап, былай тине:
«Йәштәребеҙ төрлө илдәрҙә, донъяның билдәле урындарында бейеһә, минеңсә, бер кемгә лә ҡамасауламайҙар. Киреһенсә, кешеләр уларға ҡарап һоҡлана, фотоға төшөрә, бергәләп бейеп китә. Әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ: республиканан ситтә йәки уның эсендә, ләкин Башҡортостандан ситтә йәшәгән ҡунаҡ менән иң матур башҡорт бейеүе өсөн бер нисә айҙан шәхси бүләгемде тапшырам! Һылтанмалар ебәрегеҙ!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.