Башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Шәкүр ҙә "Аҡбуҙат" журналына яҙылды. "Ейәндәрем менән матур, йөкмәткеле, сағыу баҫманы рәхәтләнеп уҡыясаҡбыҙ",- ти Рәшит ағай.