+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 14:49

Матбуғат байрамына рәхим итегеҙ!

Хөрмәтле төркөмдәштәр, ҡәҙерле балалар, ата-әсәләр! 4 октябрь көндө 12.00 алып 15.00 сәғәткә саҡлы Матбуғат йорто алдында “Матбуғат байрамы” уҙасаҡ. Кәмендә 2 төр гәзит-журналға яҙылыусыларға – иҫтәлекле бүләктәр!

Хөрмәтле төркөмдәштәр, ҡәҙерле балалар, ата-әсәләр!
4 октябрь көндө 12.00 алып 15.00 сәғәткә саҡлы Матбуғат йорто алдында “Матбуғат байрамы” уҙасаҡ. Кәмендә 2 төр гәзит-журналға яҙылыусыларға – иҫтәлекле бүләктәр!
Яҙылыу квитанциялары шунда уҡ лоторея уйыны итеп уйнатыласаҡ. Һәм төп бүләк булып, һеҙҙе, – ТЕЛЕВИЗОР көтә!
И Ғ Т И Б А Р!!!
ҺУҢЛАМАҒЫҘ! АШЫҒЫҒЫҘ! ӨЛГӨРӨГӨҘ!
4-нән башлап 14 октябргә тиклем Республикабыҙ гәзит-журналдарына “Осһоҙ хаҡтар” менән яҙылыу акцияһы барасаҡ. Ташламалар ваҡытында уяу булығыҙ!
Әгәр ҙә балаларығыҙҙың тел аҫыллығын, маһирлығын, ижади үҫешен күреп ғорурлыҡ хистәре кисерергә теләһәгеҙ, тура юл – “Аҡбуҙат” журналына. Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ – телебеҙ, юғалмаһын, артабан да үҫһен, нығынһын тип уйлаһағыҙ, “Аҡбуҙат”ҡа яҙылығыҙ. Тик “Аҡбуҙат” биттәрендә, кескәйҙәргә генә хас булған сихри донъяға сорнала алаһығыҙ!
Бер йылға яҙылыу хаҡы: 624 һум 48 тин, һәм ярты йылға, йәғни 6 айға яҙылыу хаҡы – 352 һум 80 тин.
Уянығыҙ, хөрмәтле төркөмдәштәр! Милли матбуғатты –кескәйҙәребеҙҙең берҙән-бер журналын һаҡлайыҡ, уны күтәрәйек!
Журналға почта бүлексәләрендә яҙылырға мөмкин. Ниндәйҙер сәбәптәр менән үҙгәрештәр күрһәгеҙ хәбәрҙәр булығыҙ.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
Читайте нас: