"Аҡбуҙат"тың тоғро дуҫтары!
Һеҙҙе 4 октябрь, йома көнө, Матбуғат йорто алдында үтәсәк матбуғатҡа яҙылыу байрамына саҡырабыҙ!
Матбуғат байрамы “Заман кешеһе – уҡыған кеше!” ораны аҫтында үткәрелә. Матбуғат йорто алдында республиканың төп гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашырға, күргәҙмәләрен ҡарарға, шунда уҡ яратҡан баҫмаларға яҙылырға, йыр-моң тыңлап, күңел асып, әҙиптәр, журналистар менән аралашырға, гәзит-журналдарға 15 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин буласаҡ.
Байрам һуңында гәзит-журналдарға яҙылған квитанциялар араһында лотерея отошо уҙғарыласаҡ. Иҫтәлекле бүләктәр һәм төп супербүләк - телевизор уйнатыласаҡ!
Бөтөн халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө көндөҙ сәғәт 12-лә башланасаҡ! Килегеҙ! Күрегеҙ! Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ!