Бүтәндәргә насарлыҡ эшләһәң, үҙеңә кире әйләнеп ҡайтҡанлығын Мырҙабай ҡушаматлы бесәй белмәй ине. Өҫтәлдәге мискәнән рәхәтләнеп ҡаймаҡ урлап ашап, сысҡандар баҫтырып, ихаталағы себештәрҙе ҡурҡытып, үсекләшеп йәшәп ятҡанында, бер көндө бәлә килә. Ниндәй, тиһегеҙме? Уныһы – сер. Был серҙе моңло итеп йырлаған, күңелле итеп шаяра белгән Сысҡанбикә, Йылтыргүҙ исемле үтә ябыҡ сысҡан балалары, дискотеканан ҡайтып кермәгән Көлтәғойроҡ әтәс һәм тағы ла был ауылда йәшәүсе күп йорт хайуандары асыр. Уларға ярҙамсылар ҙа кәрәк: мәктәпкәсә тиклемге һәм башланғыс мәктәп уҡыусыларының был эштәрҙе бик оҫта атҡарып сығыры билдәле. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки драматург Зөһрә Фәйзуллина “Р”-һыҙ ҡалған Мырҙабай” пьесаһын бәләкәстәр теле менән яҙған. Ул Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ла шундай шаян, матур тел менән күңелле күренештәр эсендә күрһәтеләсәк. Премьераһы 25, 26 сентябрҙә була.