+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2019, 16:29

“Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале

24-26 августа Өфөлә “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале үтә. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр ойошторола, унда 48 фильм ҡатнаша.

24-26 августа Өфөлә “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале үтә. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр ойошторола, унда 48 фильм ҡатнаша. Жюри рәйесе – танылған театр һәм кино актеры, Рәсәйҙың халыҡ артисы Сергей Шакуров. Конкурстан тыш программала һуңғы йылдарҙа беҙҙең республикала төшөрөлгән фильмдар, Рәсәй һәм сит илдәрҙең документаль картиналары, башҡорт киноһына нигеҙ һалыусы Әмир Абдразаҡовтың ижады күрһәтелә. Шулай уҡ күренекле эшмәкәрҙәр менән осрашыу, түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр ойошторола. Фестиваль милли кино сәнғәтен үҫтереүгә, фильмдарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индерәсәк, ти ойоштороусылар. Фестивалгә "Великолепный век" сериалы актеры Селим Байрактар килеүе лә көтөлә.
Фестивалгә инеү ирекле. Фильмдар "Родина" кинотеатрында күрһәтеләсәк.
Читайте нас: