+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2019, 18:26

Уҡлыҡая тарта үҙенә

Ғафури районының Таш Аҫты ауылы эргәһендә, мәғрур Уҡлыҡая ҡаршыһында бер төркөм зыялылар тырышлығы менән мемориаль комплекс барлыҡҡа килде.

Ғафури районының Таш Аҫты ауылы эргәһендә, мәғрур Уҡлыҡая ҡаршыһында бер төркөм зыялылар тырышлығы менән мемориаль комплекс барлыҡҡа килде.
Был изге эш Ғафури районында эшләп килгән сик һағы ветерандарының “Граница” ойошмаһы етәксеһе Ришат Шәймәрҙәнов һәм ошо ойошма ағзаһы Фаил Байшөғөров идеяһынан башланып китте. Проекттың авторы - “Төнъяҡ амурҙары” – “Любизар”1-се башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов.
Дөйөм тырышлыҡ менән башҡорт яугирҙарының төп һуғыш ҡоралы булып иҫәпләнгән уҡ-һаҙаҡ менән һөңгө һындарынан торған матур мемориал комплекс барлыҡҡа килде. Был комплекс туристарҙы йәлеп итеүгә лә бер этәргес булыр.
Уҡлыҡая үҙе үк уҡ-һаҙаҡҡа иғтибар биреүҙе һорай. Унда элек күпләп уҡ башаҡтары табыла торған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ҡырағай” археологтар уларҙы ҡаҙып алып бөткән. Уҡлыҡая ҡаршыһына уҡ ҡаҙаусылар ошо хатаны төҙәтеү, йәғни Уҡлыҡаяны уҡһыҙ ҡалдырмау маҡсатында ҡаяның иң бейек түбәһенә уҡ башағы һәйкәле урынлаштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен ихтирам итеүсе, рухлы ир-уҙамандарыбыҙға “Афарин!”
Уҡлыҡая ҡаршыһында 23-25 августа үтәсәк “Мәргән уҡсы” фестиваленә лә бик шәп бүләк булды был комплекс.
Читайте нас: