+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2019, 17:08

Башҡортостанға - яңы юлдар.

Төбәктәге ҙур ҡалаларҙа ете яңы юл төҙөләсәк, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин. Был объекттар төҙөлөшө 671,3 миллион һум күләмендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты аҡсаһына финанслана, республика бюджеты 91,5 миллион һум өҫтәгән.

Әлегә алты килешеү төҙөлгән. Етенсеһе – Өфөләге Инорс биҫтәһендә (Шолохов урамынан Сельская Богородская урамына тиклем) Мушников урамы төҙөлөшөн дауам итеүгә сметаның артыҡ иҫәпләнеүе сәбәпле төҙөлмәгән.
Өфөлә Глумилин биҫтәһендә — Рудольф Нуриев, Сипайловола – Глумилин, Затонда Летчиков урамдарының дауамын һалалар.
Стәрлетамаҡта Көнбайыш биҫтәһендә Төҙөүселәрҙән Магистралгә тиклем Октябрь проспектындағы юлды; Ҡаранай Моратов урамынан Раевка трактына сығыу менән 3-сө урам буйынса юлды; Төҙөүселәрҙән Магистралгә тиклем участкала Октябрь проспектында бульварҙы төҙөйҙәр.
Контрактҡа ярашлы, эштәр ағымдағы йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш.
Читайте нас: