Йыл аҙағына тиклем предприятиеның бөтә транспортында ла туҡталыштар башҡорт һәм рус телдәрендә иғлан ителәсәк. Был проект өсөн “Юлдаш” һәм “Спутник ФМ” радиолары алып барыусыларының тауышы яҙҙырылды. Әле 50-гә яҡын автобусҡа яңы ҡоролма ҡуйылған. Проектта“Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре: Анна Өзәргил һәм башҡорт телендә – баш мөхәррир Миләүшә Йәғәфәрованың тауышы ҡулланылды, ә баш режиссер Гөлнур Моталлапова биҙәү эштәрен башҡарҙы.“