-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2019, 17:01

Лидерҙар конкурсы

Лидер булыу өсөн танышлыҡ кәрәкмәй

Лидер булыу өсөн танышлыҡ кәрәкмәй
«Башҡортостан лидерҙары» проектында ҡатнашыу өсөн анкеталар ҡабул ителә. Проектта еңеүселәргә етәксе вазифалары тәҡдим ителәсәк. Бер аҙна эсендә генә проектҡа 3 мең ярым документ килгән. Был турала Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин бөгөн журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. "Башҡортостан лидерҙары" проекты республикала 17 июндә старт алды. Яңы быуын командаһын төҙөү Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланған. Әле проектҡа килгән анкеталарҙың 97 проценты республика йәшәүселәрҙән, шулай уҡ ситтән дә мөрәжәғәт итеүселәр бар. Күп осраҡта улар сығышы менән Башҡортостандан. Анкета ебәреүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар 15 процент ҡына, төп өлөштө ир-егеттәр биләй.
“Башҡортостан лидерҙары” конкурсы һәләтле кандидаттарҙы таныш-белеш аша түгел, ә үҙ эшен, көсөн күрһәтеп яҡлай алған йәштәрҙән һайлаясаҡ. Был турала республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдерҙе. “Башҡортостан лидерҙары” проекты ике өлөштән тора. “Идара итеү командаһы ” конкурсы идара итеү тәжрибәһе булған 25-45 йәшлектәр өсөн үткәрелә. Икенсеһе – “Башҡортостан Республикаһының йәш лидерҙары” тип атала. Ул 18-35 йәшлектәр араһынан һәләтле йәш кадрҙарҙы асыҡлау маҡсатын ҡуя. Ярыш биш этапты үҙ эсенә ала. Һуңғы турға етеүселәр үҙ проектын яҡлай, иң уңышлыларын инвестиция сәғәтенә сығарыу ҙа күҙаллана, - ти Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, әле күберәк 35 йәшлектәр мөрәжәғәт иткән.