+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2019, 17:11

Бабичҡа һәйкәл

Өфөнөң телеүҙәк алдындағы майҙанда күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡорола башланы. Республика Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл конкурсында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчуктың эскизы еңеп сыға. Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ һәм Мәскәүҙә ай ярым ваҡыт эсендә эшләнә. Шәйехзада Бабич һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителә. Һәйкәлде тантаналы асыу 28 июнгә, йәғни V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙған мәлгә тәғәйенләнгән.

Өфөнөң телеүҙәк алдындағы майҙанда күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡорола башланы.
Республика Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл конкурсында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчуктың эскизы еңеп сыға. Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ һәм Мәскәүҙә ай ярым ваҡыт эсендә эшләнә. Шәйехзада Бабич һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителә.
Һәйкәлде тантаналы асыу 28 июнгә, йәғни V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙған мәлгә тәғәйенләнгән.
Читайте нас: