Сүп реформаһы барышында республикала контейнер майҙансыҡтары булдырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Был ғына аҙ, федераль субсидиялар кәрәк. Шулай уҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу тәжрибәһен таратыу һәм халыҡтың экологик мәҙәниәтен арттырыу мөһим, тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.