+16 °С
Дождь
VK
Яңылыҡтар
21 Июня 2019, 12:29

"Йәштәр" лагеры

Йәйге лагерҙарҙа тикшереүҙәр башланды

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте тикшереү менән юлланды
Өфөнөң "Йәштәр" лагеры ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер булмай сыҡты. Белгестәр балалар учреждениеһында аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тикшерҙе. Һөҙөмтәлә лагерҙа төрлө йәштәге балаларға ризыҡтар бер төрлө үк порцияла һалынғаны асыҡланды.
Ашханала продукцияның хәүефһеҙлеген иҫбатлаған журнал да табылманы. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлекте лабораторияға тикшереүгә ебәрҙе. Һөҙөмтәләр бер аҙна эсендә билдәле буласаҡ. Ризыҡтар тикшерелеп бөткәс, лагерь етәкселеге менән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш алып барыласаҡ.
Читайте нас