Башҡортостанда ошондай тәҡдим менән сыҡҡандар. Гелий тултырылған шарҙар тирә-яҡҡа зыян килтерә, "ҡытай" фонарҙаре янғын хәүефе лә тыуҙыра. Шарҙар яһағанда ҡулланылған латекс, бер нисә йыл дауамында тарҡалмай, тәбиғәткә зыян килтерә. Шулай уҡ, хайуандар латексты аҙыҡ менән бутап ашай, ҡоштар шарҙарҙың бауҙарына буталып һәләк була. Осоп киткән шар икенсе класлы ағыулы ҡалдыҡҡа әйләнә.