Өфөлә тәүге тактиль паркы асылды
“Барьерҙарҙы емереп” йәмәғәт ойошмаһы бер йыл дауамында тактиль парк идеяһы өҫтөндә эшләй. Проектты ғәмәлгә ашырыр өсөн «Планета» краудфандинг майҙансығында һәм «MaturRun» хәйриә йүгереүендә аҡса йыйыла. Идеяны ғәмәлгә ашырыуҙа 200-ләп кеше ҡатнаша. Проект авторы билдәләүенсә, йәш һәм һаулыҡ торошона ҡарамаҫтан махсус инфраструктура менән барыһы ла ҡуллана ала.
Ул мөмкинлектәре һәм күреү һәләте сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән махсус һуҡмаҡ. "Барьерҙарҙы емереп” йәмәғәт проекты буйынса барлыҡҡа килгән майҙансыҡ кескәйҙәрҙең һәм ата-әсәләрҙең ял һәм сәләмәтлек үҙәге лә булып тора. . Бындағы таштар диңгеҙ ярынан алынған. Белгестәр әйтеүенсә, юлдан йөрөү яҫы табанлылыҡты дауалай. Шулай уҡ тактиль паркта сәскә түтәлдәре, махсус һүрәттәр таҡтаһы һәм ташлы һуҡмаҡ урынлашҡан. Улар бәләкәй моториканы үҫтерә, ҡан әйләнешенә һәм организмдың дөйөм иммунитетына яҡшы йоғонто яһай. Киләсәктә проектты республиканың башҡа ҡалаларында ла үҫтереү планлаштырылған.